Штендер Григорий Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Штендер Григорий Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Украина
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 май 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) или 1927[1]
Тыуған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 17 август 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) или 1992[1]
Вафат булған урыны Бөйөк Новгород, Рәсәй
Һөнәр төрө рәссам, архитектор, реставратор, тарихсы, мәҙәниәт хеҙмәткәре, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө архитектура[1], история архитектуры[d][1], реставрация[d][1], antiquities restoration[d][1] һәм Сәнғәт[1]
Эш урыны Ярослав Мудрый исемендәге Новгород дәүләт университеты[d]
Уҡыу йорто Киевский национальный университет строительства и архитектуры[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә архитектура фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Штендер Григорий Михайлович (25 май 1927 йыл — 17 август 1992 йыл) — СССР һәм Рәсәй архитектор-реставраторы, архитектура тарихсыһы, рәссам. Архитектура кандидаты (1985), Новгород университеты профессоры (1989). Новгород реставрация мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Реставрация теорияһы һәм практикаһы буйынса күп хеҙмәт авторы (60-тан ашыу).

РСФСР Рәссамдар союзы һәм Архитекторҙар союзы ағзаһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы лауреаты (үлгәндән һуң, 1996).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Григорий Михайлович Штендер 1927 йылдың 25 майында Киевта тыуа. 1953 йылда, Киев инженер-төҙөлөш институтын тамамлағандан һуң, ҡатыны И. А. Спивак менән йүнәлтмә буйынса Новгородҡа киләләр, һуңынан инде яҙмыштарын үҙенсәлекле боронғо рус архитектура һәйкәлдәре менән бәйләп, бында ғүмерлеккә ҡалалар.

1950—1990 йылдарҙа Г. М. Штендер Новгород, Чернигов, Смоленск, Псков, Иҫке Ладога, Киев, Полоцк һәм элекке СССР-ҙың башҡа ҡалаларының архитектура һәйкәлдәрен өйрәнә һәм тергеҙә. Новгородтың үҙендә ул 30-ҙан ашыуы ҡорам, монастырь ҡоролмалары, граждандар төҙөлөшөн, улар араһында София соборы, Новгород кремле стенаһының бер өлөшө лә була.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балалары: Штендер Вадим Грицевич, Штендер Ирина Грицевна

1992 йылдың 17 авгусында Новгородта вафат була. Раштыуа зыяратында ерләнә.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1993 йылда Новгородта Г. М. Штендер иҫтәлегенә арналған беренсе фәнни-ғәмәли конференция үтә.

2003 йылдың 15-18 апрелендә Бөйөк Новгородта архитектор-реставратор Г. М. Штендерға арналған икенсе фәнни-ғәмәли конференция үткәрелә[2].

2007 йылдың 18 майында Новгород ерҙәре художество мәҙәниәте дәүләт музейында Григорий Михайлович Штендерҙың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асыла[3].

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Штендер Г. М. Новгородское зодчество. Работы Новгородской реставрационной мастерской за 20 лет // Древнерусское искусство. Художественная культура Новгорода. — М.: Наука, 1968. — 368 с. — (Древнерусское искусство). — 6300 экз. (в пер., суперобл.)
  • Штендер Г. М. К вопросу о галереях Софии Новгородской (по материалам археологического исследования северо-западной части здания) // Реставрация и исследования памятников культуры. Вып. 2. — М.: Наука, 1982.
  • Западные камеры собора Мирожского монастыря во Пскове // Древнерусское искусство. Художественная культура Х — первой половины XIII в., 1988.
  • Новое о композиционном замысле Софийского собора в Киеве // Древнерусское искусство. Художественная культура Х — первой половины XIII в., 1988.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Архитектурное наследие Великого Новгорода и Новгородской области: Каталог / Составитель и научный редактор М. И. Мильчик. — СПб.: Фонд содействия реставрации памятников истории и культуры «Спас» : Информационно-издательская фирма «Лики России», 2009. — 656 с. — 500 экз. — ISBN 978-5-87417-314-2.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]